+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Май 2021, 04:20
Юл сифаты тикшерелде
Беләһегеҙ, юл һалыуға, ремонтлауға бик күп сығым китә. Юл төҙөүҙең ҡағиҙәләре һәм талаптары ла етди. Мәҫәлән, "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса алып барылған эштәрҙе махсус комиссия тикшерә.
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2019 - 2020 йылдарҙа милли проектҡа ярашлы ремонтланған юлдарҙы гарантия буйынса тикшерҙеләр.
Төрлө белгестән һәм етәксенән торған комиссия автомобиль юлдарындағы соҡор, ярыҡ һәм башҡа шундай етешһеҙлектәрҙе ҡараны.
Һәр объектҡа гарантия бирелә. Асфальт ҡатламына - дүрт, люктарға - өс, борт таштарына - ике йыл, юл билдәһенә - алты ай.
Етешһеҙлек асыҡланған осраҡта, уны билдәләнгән ваҡытҡа бөтөрөргә тейештәр.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"