Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров 14 майҙы, уҡыусылар өсөн ял көнө итеү мөмкинлеген өйрәнергә һәм көн аҙағына тиклем ял көнө итергәме, юҡмы тигән һорауға яуап биргән аныҡ анализ яһарға ҡушты.
Билдәле булыуынса, 13 майҙа Ураҙа байрамы билдәләнә. Шулай итеп, әлеге ҡарар ҡабул ителһә, уҡыусылар өсөн дүрт көн – кесе йоманан йәкшәмбегә тиклем ял була.
Республиканың Мәғариф министрлығында уҡыусылар былай ҙа күп дәрес ҡалдырыуын һәм уҡытыусыларҙың программаны үтеп өлгөрөргә тырышыуҙарын да билдәләнеләр.