Шешлек ҡурған, граждан ҡатынын туҡмаған, өйгә ут төрткән...

Әбйәлил районында 27 йәшлек ир бергә йәшәгән ҡатынды һәм уның ҡустыһын туҡмаған, аҙаҡ уларҙың өйөнә ут төрткән... Яңыраҡ ҡына төрмәнән сыҡҡан Баймаҡ хулиганын һаҡ аҫтына алғандар.

Уғрылыҡ өсөн ултырып сыҡҡан 27 йәшлек ир Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында йәшәгән 31 йәшлек ҡатын менән танышып, улар йөрөй башлаған.
Бер аҙҙан ир өс балалы ҡатындың йортона күсеп килгән.
Ял көндәре тамамланыуын улар кинәнеп билдәләр өсөн, ит һәм араҡы һатып алып, йылға буйына сыҡҡан.
Уларҙың табынына ҡатындың ҡустыһы үҙенең дуҫ ҡыҙы менән ҡушылған.
Күңелле компания йылға буйында байрам иткәндән һуң өйгә ҡайтҡас, ир менән ҡатын араһында ғауға ҡупҡан. Ир ҡатынды ҡәйнәһенең күҙе алдында шланг менән туҡмарға тотонған.
52 йәшлек ҡатын ҡыҙын яҡларға, "кейәүен" ҡыуып ҡайтарырға маташҡан. Тик ир уның һүҙҙәренән һуң тағы ла нығыраҡ енләнеп, бензин канистраһын тотоп алып, өйгә йүгереп ингән дә, диван менән креслоны "ҡойондорған". Уны ҡатындың ҡустыһы туҡтатырға маташҡас, ир уға ҡаршы бысаҡ менән һелтәнгән, егетте яралап өлгөргән.
Тоҡандырылған шырпынан йорт йыһазы "гөлт" итеп ҡалған.
Утты өйҙәгеләр күмәкләп көскә һүндергән.
Әле "дебошир" һаҡ аҫтында. Уның өсөн граждан ҡатыны бик ныҡ көйә, хәлен белергә барырға йыйына, тиҙәр. Әҙ туҡмалдымы икән әллә?
Был турала БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәтенән Ф.Әхмәтов яҙа.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас