Иғтибар: эҙләү!

Ғафури районының полиция бүлегенә былтыр йәйен юғалған ике ирҙең туғандары уларҙы эҙләп табышырға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.

40 йәшлек Илгиз Хөрмәт улы Ғүмәров 5 июлдә Сәйетбаба ауылы янындағы умартасылыҡтан билдәһеҙ яҡҡа сығып киткән. Һаманғаса өйөнә Красноусолға ҡайтмаған.
Ике аҙнанан һуң Аҡ күл ауылынан 47 йәшлек Иванов Владимир Витальевич юғала: ул 18 июлдә йылғаға табан йүнәлә, шунан бирле уны күреүсе юҡ.
Әгәр ҙә уларҙы күргәнегеҙ булһа йәки ҡайҙалыҡтарын белһәгеҙ, зинһар, яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итегеҙ.
Телефондар: 8(347) 402-12-02, 8-987-039-19-94 йәки 02 (102).
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас