Фытыр саҙаҡаһы кемдәргә бирелмәй?

Саҙаҡа биреүселәр ниндәй доға уҡырға тейеш?

Пәйғәмбәребеҙ киҫәтеүенән, фытыр саҙаҡаһын биргәнсе, ураҙаларыбыҙ күк үә ер араһында аҫылынып тора.
Әгәр бер кеше фытыр саҙаҡаһы бирһә, ул кешенең гонаһлары ярлыҡана (паҡлана), уттан (йәһәннәмдән) ҡотола, ураҙаһы ҡабул була, йәннәткә инергә лайыҡлы була, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәнең изгелектәрен ҡабул ҡыла, сират күперенән йәшен тиҙлеге менән үтәсәк, Миҙан үлсәүендә изгелеге ауыр килә, ураҙаһы ҡабул булмайынса, кире ҡайтарылмай.
Фытыр саҙаҡаһын үҙ ваҡытында бирә алмаһаң әгәр – бурыслы булаһың, һунынан үтәлергә – бирергә тейеш булаһың. Бәлиғ булған балаһы һәм ҡатыны өсөн биреү вәжиб түгел.
Фитыр саҙаҡаһы түбәндәгеләргә бирелә:
  1. Ярлыларға: көс-ҡеүәте бар, ләкин алған аҡсаһы үҙенә етмәй торған кешеләргә. Был кешеләр динебеҙ буйынса ярлы — фәҡир тип һанала.
  2. Меҫкендәргә: ҡулында һис бер әйбере һәм көс- ҡеүәте булмағандарға.
  3. Бурыслыларға: бурысы булған мохтаж мосолмандарҙы бурыстан ҡотҡарырға ярҙам итеү өсөн.
  4. Уҡырға теләгән, ләкин мөмкинлеге булмаған шәкерттәргә (йәтимдәргә, ғәрип-сирлеләргә) бирелә.
  5. Бер туғаныңа, ике туғаныңа, икенсе дин кешеһенә.
  6. Зәкәт фондтарына. Хәҙерге ваҡытта ул мәсеттәрҙәге махсус йыйылған саҙаҡа әрйәләренә. Мәсеттәге дөйөм саҙаҡа менән бутарға ярамай.
  7. Кемдәргә фытыр саҙаҡаһы бирелмәй:
    1. Үҙ атай-әсәйҙәреңә.
    2. Үҙ өләсәй-олатайҙарыңа.
    3. Үҙ балаларыңа.
    4. Үҙ ейәндәреңә.
    5. Ир — ҡатынына, ҡатын — иренә.
    6. Байҙарға.
    7. Фытыр саҙаҡаһын, Ураҙа байрамы көнөндә, таң атҡандан һуң ғәйет намаҙы уҡылғансы биреү сауаплыраҡ һанала. Сөнки байрам итәргә аҡсаһы булмаған фәҡирҙәрҙе ошо байрамға саҡлы һөйөндөрөү артығыраҡ. Шулай уҡ Рамаҙан айы башланыу менән дә һәм уның барышында ла биреп ҡуйыу ҙа дөрөҫ була. Фытырҙы аҡсалата, йәки ризыҡ менән биреү дөрөҫ.
      Фытыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандарҙа бирергә тейеш.
      Фытыр саҙаҡаһын алғас уҡыла торған доға:
      “Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү үәсийәмәһү үәстәжибү доғәһү үәғфир ҙүнүбәһү үә әҡҡид имәнәһү үә әҡсыйр әмүәләһ үә үәффиҡһү ғәлә хәйри мәҡәсыйдаһ”.
      Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ Тәғәлә, фитыр саҙаҡаһы биреүсенең ураҙаһын ҡабул ит, доғаһын ҡабул ит гонаһларын ғәфу ит. Иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр, уны хәйерле маҡсатына ирештер.
      ("Әбйәлил" сайтынан).
      Читайте нас