Бөгөн – үтекләнгән шнурҙар көнө

Шундай мәғәнәһеҙерәк көндәр ҙә бар календарҙа. Кем, ҡасан, ниндәй маҡсатта булдырғандыр – билдәһеҙ. Бер әйтем һымаҡ нәмә бар бит әле: “Хәҙер, шнурҙарымды үтекләйем дә...” Бер аҙ ауыҙҙы ҡыйшайта биреберәк әйтелә.

Был “хәҙерҙең” бер ҡасан да булмауына ишаралай. Йәғни, нимә генә һораһағыҙ ҙа, быны әйткән кеше үтенесегеҙҙе үтәмәйәсәк. Кемдең ботинка бауын үтекләгәне бар?

Ә бауҙарға (шнурҙар) килгәндә, улар аяҡ кейеменә кешегә уңайлылыҡ өсөн тағылғаны билдәле, тәбиғи. Иң ҡыйбат ботинка бауын (бер парҙы) «Mr. Kennedy» Колумбия фирмаһы сығарған. 19 мең долларлыҡ шнурҙы иң таҙа һәм юғары сифатлы алтындан эшләгәндәр. Рәсәйҙәр ҙә артта ҡалмаған: бер дизайнер йылытыла торған бау уйлап тапҡан. Электрға ҡуйып йылытаһың да, тағып сығып китәһең...

Шнурлауҙың нисә төрө бар, беләһегеҙме? Баҡһаң, 12 тишекле аяҡ кейемен ике триллион ысул менән баулап була! Кем һанап, бәйләп ултырҙы икәнен генә яҙмағандар.
Фото: vk.com
Читайте нас