17 йәшлек үҫмер уҡыу йортона ҡоралланып килгән һәм тиңдәштәренә ут асҡан. Бер кеше һәләк булған, икеһе яраланған. Барлыҡ тиҙ хеҙмәттәр - ОМОН, янғын һүндереүселәр, "Тиҙ ярҙам" белем учреждениеһын уратып алған. Мәктәпкә бер кемде лә индермәйҙәр, ҡайһы бер балалар ҡурҡышынан тәҙрәнән һикергән.
Үҫмерҙе ФСБ хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары белдереүенсә, мәктәптә тағы бер ҡораллы кешенең булыуы мөмкин. Әлеге ваҡытта ул өсөнсө ҡаттағы бер кабинетта уҡыусыларҙы бикләгән һәм сығармай тота.