Өфөлә Еңеү көнө матур салют менән тамамланды

Сағыу утлы тамаша баш ҡаланың ике урынында - Ленин майҙанында һәм "Машиналар төҙөүсе" мәҙәниәт йорто алдында төнгө күкте биҙәне. Салютсылар йәмғеһе 200 метр бейеклеккә 850 залп яһаны, фейерверктар алты минутҡа тиклем һуҙылды. ⏬

Салют Еңеү көнө менән бер рәттән Өфөгә "Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы" почетлы атама биреүгә арналды. Тейешле указды былтыр 2 июлдә РФ Президенты Владимир Путин раҫлаған ине.
Читайте нас