Былтыр ошо айҙа талпан йәбешеүгә бәйле мөрәжәғәттәр һаны 477 булған. Быйыл иһә 833 кеше (шул иҫәптән 351 бала) табиптарға килгән. Ә килмәгәндәре күпме?
Талпан ҡәҙимге генә булһа ярай ҙа, энцефалит бигерәк ҡурҡыныс. Былтыр 14 кеше зарарланған. Унан алда, йәғни 2019 йылда - 15.
Әле биләмәләрҙе эшкәртеү бара. Өфөлә 580,7 гектар ер эшкәртелгән, дөйөм майҙан - 930,9 гектар. Йыл һайын республикала 4000 самаһы гектар ер талпандан таҙартыла.
Барыбер тәбиғәткә сыҡмайынса булмай. Зинһар, ҡырҙа тейешенсә кейенеп йөрөгөҙ, өйгә ҡайтҡас, тәнегеҙҙе тикшерегеҙ. Бәлә-ҡазаһыҙ үтһен миҙгел.