Ҡунаҡтар еңеүҙе тартып алырға мөмкинлеге бар ине, әммә осрашыуҙың 45-се минутында беҙҙең ҡапҡаға тәғәйенләнгән пенальтины, ҡапҡа һағында тоған Беленов, тупты үткәртмәне.
Шулай итеп, «Өфө» клубы бер мәрәй яулап, чемпионат тамамланыуға бер тур алдынан турнир таблицаһының 14-се баҫҡысына күтәрелде. Уларға элитала ҡалып, стык осрашыуына эләгер өсөн һуңғы турҙа мотлаҡ дәғүәсеһен еңергә кәрәк. Ә улар үҙенән бер мәрәйгә юғары торған «Арсенал» командаһын ҡабул итәсәк.