СЕБЕР ЕЛЕ
Иҫә генә,Киҫә генә...Иҫкә алдым кисә генә:Кем ҡәберҙә,Кем Себерҙә,Кем һыйынған бисәһенә,Кем — башҡалар иҫәбенә...Себер еле иҫә генә,Иҫә генә,Киҫә генә.Йөрө, тине, иҫән генә,Йәнкиҫәгем — бисәм генә.Себер еле иҫә генә,Иҫә генә,Киҫә генә.Йөрәкәйен киҫеп йөрөр,Йөрәкәйен киҫеп бирерМинең кеүек иҫәр генә.