Бөгөн Өфөнөң В. И. Ленин исемендәге майҙанда Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығы уңайынан ҙур концерт үтте.
Иртәнге сәғәт ундан уҡ майҙанға меңдәрсә кеше йыйылды. Төш мәлендә ҡала халҡы өсөн Өфө гарнизонының йыйылма тынлы оркестры, БР-ҙың атҡаҙанған артистары - «Премьер» йыр төркөмө сығыш яһаны. Сәхнәлә рус һәм башҡорт телендә һуғыш йырҙары яңғыраны.
Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Расторгуев һәм «Любэ» төркөмө сараның хедлайнерҙары булды. Улар өфөлөләр өсөн үҙҙәренең репертуарынан популяр хиттарҙы йырлап ишеттерҙе.
«Өфөлә шул тиклем татыу халыҡ йәшәй! Ошо оло байрамды һеҙҙең менән үткәреүгә бик шатмын. Бөйөк Еңеү беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштергән үҙенсәлекле байрам. Беҙ илебеҙ халыҡтарының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлыҡтарын онотмаҫҡа тейеш», - тине Николай Расторгуев.