Көндөҙ сәғәт өсөнсөлә Мәсетле районында, Оло Ыҡтамаҡ-Юныс-Йосоп автоюлының 15-се саҡрымында, 33 йәшлек ир "Лада Ларгус" машинаһында юлдан осоп түңкәрелгән.
Водитель үлемесле яраларҙан йән биргән. Уның пассажирҙары, 34 йәшлек ҡатын менән 37 йәшлек ир, дауаханаға эләккән.
Төн уртаһында Дүртөйлө районында, Мәскәү-Өфө автоюлының 1241-се саҡрымында, велосипедта китеп барған ир "Scania" автоцистернаһының тәгәрмәстәре аҫтына эләгеп һәләк булған. Кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар юҡ...
Йөк машинаһы менән Өфөнән 47 йәшлек ир идара иткән.
Тәүлек эсендә 2100-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 34 иҫерек водитель тотолған, урланған автомобиль эҙләп табылған.