Урамда көпә-көндөҙ кешене туҡмағандар

Өфө ҡалаһының Алтай урамында ял итеп йөрөгән ир менән ҡатынға өс ир заты килеп, тәмәке тартырға һораған.

Шунан һуң улар араһында иреш сыҡҡан. Һөжүм итеүселәр ҡатынға ергә ятырға ҡушып, уның ирен таяҡтар менән туҡмаған.
Тәфтиш-оператив төркөм видеокамера яҙмалары, шаһиттарҙың ярҙамы нигеҙендә 42, 24 һәм 20 йәшлек хулигандарҙы эҙләп тапҡан, һаҡ аҫтына алған.
Был турала БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас