Бөтә яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!

Әбйәлил районының Байым урта мәктәбе уҡыусылары Дилбәр Мөхәмәҙиева менән Ғайса Хәйбуллин физкультура буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһынан еңеү менән ҡайтты.

Уҡытыусылары Гөлниса Мөхәмәҙиева һөйләүенсә, олимпиадаға Башҡортостандан 24 уҡыусы барған (12 ҡыҙ һәм 12 егет), егеттәр араһында тик Ғайса ғына призерҙар рәтенә ингән, ә ҡыҙҙар араһында призерҙар бишәү.
Физкультура буйынса олимпиадала уҡыусылар теория буйынса һәм спорт ярыштарында һынау тота.
Курск ҡалаһында бер аҙна дауамында үткән олимпиадала Рәсәйҙең 73 төбәгенән 276 уҡыусы ҡатнашҡан.
Уҡыусыларҙы Байым һәм Күсем мәктәбе директорҙары аэропортта ҡаршылаған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: