Муттар ҡулға алынған

Башҡортостанда йәшәүсе 16–18 йәшлек егеттәр ялған 5 мең һумлыҡ аҡса менән иҫәпләшкән.

Башҡортостанда йәшәүсе 16–18 йәшлек егеттәр ялған 5 мең һумлыҡ аҡса менән иҫәпләшкән.
Улар бушлай иғландар сайттары аша арзан мобиль телефондар, сауҙа нөктәләрендә осһоҙ тауарҙар алырға тырышҡан. Такси хеҙмәтенә лә 5 мең һумлыҡ менән иҫәпләшкән. Ни өсөн, тиһегеҙме? Мәҫәлән, 100 һумлыҡ ваҡ тауар алғанда, уларға 4900 һум ысын аҡса ҡайтарылған. Шулай итеп, улар өҫтәмә килемгә эйә булған.
Еңел аҡса эшләүсе егеттәр ҡулға алынған. Хәҙер уларға 8 йыл төрмә янай.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас