Тәүҙә туристар район үҙәгендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейында, Ижад йортонда була. Әйткәндәй, бында уларға кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған. Киләһе маршрут – ауыл йортона. Ләлә Файыҡованың йортона хатта “Өләсәйҙә ҡунаҡта” тигән баннер ҙа ҡуйылған. Уңған хужабикә ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар менән – ауыл ҡатығы, ҡаймаҡ, һөҙмә, бал менән һыйлай, бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Мотлаҡ үлән ҡушылған сәй эсерә. Уны ла оҫта хужабикә үҙе үҫтергән үләндәрҙе, киптереп әҙерләй.