Ир-аттар артынан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа путевка яуланы

Канадала барған керлинг буйынса донъя чемпионатында Рәсәй ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы туғыҙ уйында еңеп, киләһе йыл Ҡытайҙа уҙасаҡ Ҡышҡы Олимпия уйындарына путевка яуланы.

Быға тиклем беҙҙең ир-ат йыйылма командаһы ла донъя беренселегендә беренсе тапҡыр ярымфиналға барып етеп, Олимпия бәйгеһендә ҡатнашырға хоҡуҡ яулағайны.
Беҙҙең ҡатын-ҡыҙ командаһы күптән инде донъя аренаһында үҙ урынын табып, призерҙар исемлегендә йөрөй. Тик бына чемпион ғына булғаны юҡ. Бәлки, быныһында уларға уңыш йылмайыр.
Әле уларға Шотландия, АҠШ һәм Швейцария спортсылары менән осрашаһы ҡалды. Һуңынан инде төп приз өсөн бәйге башланасаҡ.
Фото: ТАСС.
Читайте нас