Балыҡсының дүрт ауына 600-ҙән ашыуыраҡ алабуға, ҡорман, алабалыҡ эләккән.
Браконьер тәбиғәткә 70 мең һумлыҡ зыян килтергән. Хәҙер уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңгар ауылының ике кешеһе күлдә илле метрлыҡ ау ҡуйған. Улар ҙа ыуылдырыҡ сәсеү осоронда балыҡ тотҡаны өсөн закон алдында яуап тотасаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.