Ҡасан, нимә сәсергә?

Тәбиғәттәге күренештәргә ҡарап йәшелсә ултыртығыҙ.

Ай календарына ҡарап, бары тик парник һәм теплицала үҫтерелә торған йәшелсәләрҙе ултырталар. Яҡшы, тотороҡло уңыш алырға теләһәгеҙ, түбәндәге кәңәштәрҙе иҫтә тотоғоҙ.
– Баҡа баҡылдай башлау менән кәбеҫтә ултыртырға мөмкин.
– Муйыл сәскә атыуға картуф, ҡабаҡ сәсегеҙ.
– Балан сәскә атыу менән ҡырау-фәлән көтөлмәй. Йәшелсәләрҙе ҡурҡмай ултыртырға була.
– Уҫаҡ япрағы бер тинлек аҡса ҙурлығында булһа, һуғанды сәсәләр.
– Уҫаҡ сәскә атһа, кишер сәсергә ваҡыт етте, тигән һүҙ.
Һынап ҡарағыҙ, ышаныслы ырымдар.
Фото:dicorosy.org
Читайте нас