Баҡалы районының Иҫке Әзмей ауылында төндә торлаҡ йортта янғын сыға. Һөҙөмтәлә 1988 йылғы ир һәләк була.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан белдереүҙәренсә, был ваҡытта йортта 2010 һәм 2012 йылғы балалар ҙа була. Төндә янғын еҫенә мәрхүмдең апаһы уянып, китә. Ул балаларҙы һәм уларҙың әсәһен уятып тәҙрә аша тышҡа сыға. Тик йорт хужаһын ҡотҡарып өлгөрмәй.