"Ялҡауҙар бәлеше"

Эштән ҡайтып, тиҙ генә бәлеш бешереп алырға уйлаһағыҙ...

Шыйыҡ ҡамыр ҡойоп бешерелгән бәлеш тиҙ әҙерләнеүе менән айырылып тора.
Ҡамырға 2 йомортҡа, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 1 ст он, 1 стакан кефир, 0,5 балғалаҡ сода кәрәк.
Эслеккә 300 г үткәрелгән ит (туралған тауыҡ ите лә ярай), 2 – 3 баш туралған һуған, самалап тоҙ, борос алына .
Кефирға сода ҡушып туғып, 5 минутҡа ситкә ҡуйып торорға. Артабан башҡа ҡатнашмаларҙы ла һалып, ныҡ ҡына бутарға. Форманы майлап, шуға ҡамырҙың яртыһын һалырға. Өҫтөнә фарш менән һуғандан әҙерләнгән эслекте һалғас, ҡалған шыйыҡ ҡамырҙы ҡалаҡ менән тигеҙләп йәйергә. Бәлеш 170 градус эҫелектә 40-45 минут тирәһе бешә.
Читайте нас