Мутлашыусыларға 147 мең һум аҡсаһын күсергән

Нефтекама ҡалаһынан 37 йәшлек ир мутлашыусылар ҡармағына эләккән.

Ул төҙөлөш өсөн ҡорамалдар менән һатыу итеү менән шөғөлләнеүсе сайттарҙың береһе аша иретеп-йәбештереү аппараты һатып алырға була. Шарттарын һөйләшеп килешкәндән һуң, уға тауар алыуға килешеү һәм иҫәпләшеү өсөн реквизиттарын ебәрәләр. Күрһәтелгән реквизиттарға һатып алыусы 147 мең һум аҡсаһын күсергән, әммә үҙе теләгән тауарҙы ала алмаған. Алдаҡсы һатыусылар ҙур сумма аҡсаны алыу менән юҡҡа сыҡҡан. Хәҙер уларҙы полиция эҙләй.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас