Әлеге ваҡытта Маҡар урман хужалығының питомнигы 22 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Унда үрсетелгән ағас-ҡыуаҡтарҙың иҫәбе-һаны юҡ, йылдан-йыл төрҙәре арта. Учреждениеның директоры Сәлим Хфизов белдереүенсә, май айы башынан бында 0,1 га майҙанда ҡарағас, 0,3 гектарҙа ҡарағай сәселгән. Быйыл яҙғыһын бында теплицаларҙа 60 кг ҡарағай, 30 кг ҡарағас, 5,5 кг Ҡырым ҡарағайы, 5 кг зәңгәр шыршы орлоғо сәселәсәк. Питомникта үрсегән үҫентеләрҙең бер өлөшө урман тергеҙеүгә, икенсеһе ауыл-ҡалаларҙы йәшелләндереүгә китәсәк. 1 майҙа беҙҙең урмансылар Байғужа ауыл биләмәһендә йәшәүселәр менән Кинйәбулат ауылы янындағы шишмә янына эре үлсәмле 100-ҙән артыҡ ҡайын ултыртты.