Өфөнөң Дуҫлыҡ Монументы эргәһендәге суднолар туҡтатай торған урынға бөгөн Мәскәүҙән «Русь Великая» круиз теплоходы килде. Был тур БР Хөкүмәте , «Камводпуть» федераль бюджет учреждениеһы, «Экспресс-тур» компанияһы менән берлектә һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә ойошторолдо. Теплоход «Ағиҙел – Арҡайым планетаһы» круизында "Мәскәү– Углич– Ярославль – Түбәнге Новгород –Ҡазан– Ағиҙел – Бөрө – Өфө – Чебоксар –Кострома – Мәскәү" маршрутын башҡара. Баш ҡала туристары Өфөгә Алтын ҡулса ҡалаларында булып, бер аҙна килгән. Улар 15 көн сәйәхәт итәсәк.