Кушнаренко районының үҙәгендә парк төҙөү өсөн ағастарҙы ҡырҡҡандар. Урындағы халыҡ быға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерә. Уларҙың һүҙҙәренсә, аллея 1985 йылда мәҙәни-спорт комплексы асылыу айҡанлы төҙөкләндерелгән булған. Советтар Союзындағы туғандаш республикаларҙың һанына тура килтереп, 15 үҫенте ултыртылған. Ағастарҙы күренекле шағир Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән бергә ултыртҡан булған.
Кушнаренко районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Александр Десяткин был хәлгә аңлатма бирҙе:
– Документтар буйынса ағастарҙы ҡырҡыу планлаштырылған, уның проектын Өфөнөң тикшеренеүҙәр үҙәге әҙерләне. Асыҡ тыңлауҙар үткәреләсәге тураһында иғлан бирелгәйне, халыҡ килде, тауыш бирҙе. Тиҙҙән биләмә төҙөкләндереләсәк, янында сәхнә ҡуйыласаҡ.