ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙыҡай самокат менән көйләнмәгән йәйәүлеләр сыға торған урындан үтеп барған булған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 1-се синыф уҡыусыһы тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға оҙатылған. Водитель әйтеүенсә, ҡыҙыҡай юлға автомобилдең алдынан ҡапыл килеп сыҡҡан. Әле тикшереү эштәре бара.
4 майҙа республика юлдарына өс авария теркәлгән. Уларҙа өс кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
«Көндәр йылытыу менән юлдарҙа ике тәгәрмәсле хәрәкәт итеү саралары күбәйә. Улар менән йышыраҡ балалар һәм үҫмерҙәр идара итә, сөнки скутерҙар, велосипедтар, самокаттар хәҙер бик популяр. Шул уҡ ваҡытта уларҙы һатып алғанда ата-әсәләр һәм үҫмереҙәр өҫтөнә ла ниндәйҙер яуаплылыҡ йөкмәтелеүен оноторға ярамай. Юл ҡағиҙәләрен белеү һәм тотоу бик мөһим Балаларҙы ҡағиҙәләр тураһында иҫкәртеп, күҙ уңында тотоғоҙ. Водителдәргә иһә балаларҙың юлға сығыуына әҙер булырға кәрәк. Юл янында уларҙы күреү менән – тиҙлекте кәметегеҙ», — тип иҫкәртә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре.