Зыяраттарҙы тәртипкә килтереү өмәләрендә етәкселәр ҙә ҡатнаша

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы Илһам Зөфәр улы Фәтҡуллин Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында булды.

Ауыл халҡы һәм хеҙмәттәштәре менән улар урындағы зыяратта өмә үткәрҙе. Шулай уҡ Башҡортостандың Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыу инициаторҙарының береһе булған Ҡәнзәфәр бейҙең ҡәберен тәртипкә килтерҙеләр.

Читайте нас