«Ҡартатайым – рядовой Барый Латип улы Хәбиров быйыл да "Үлемһеҙлек полкы" сафына баҫа. Ул башынан аҙағына тиклем һуғышты үткән, ауыр яралар алған һәм еңеү менән өйөнә әйләнеп ҡайтҡан», — тип яҙа республика Башлығы.
Еңеү көнөнөң әһәмиәтәе сараларының береһе – "Үлемһеҙлек полкы" хәрәкәте – быйыл ул онлайн-режимда үтә. Акцияла ҡатнашыу өсөн ғаризаны 7 майға тиклем 2021.polkrf.ru сайтында, “Хәтер банкы”ресурсында, шулай уҡ "Класташтар" и "Бәйләнештә" социаль селтәрҙәренең мини-ҡушылмаларында ҡалдырырға мөмкин.
“Үлемһеҙлек полкы” онлайн режимжда урындағы ваҡыт менән сәғәт 3-тә башлана. Уны Рәсәйҙең Үлемһеҙлек полкы сайтында ҡарарға мөмкин. Башҡортостандан “Үлемһеҙлек полкы”нда ҡатнашыусыларҙың барыһын да “Сәләм” телеканалында күрһәтәсәктәр. Портреттарҙың ҡайһы берәүҙәрен – “БСТ” каналының телемарафонында.
Әлеге көнгә Башҡортостандан 55 мең ғариза ҡабул ителгән.