Өфө аэропортында ғәйеп булған...

Табырға ярҙам итәйек!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса бүлеге хәбәрһеҙ юғалған 58 йәшлек Олег Калачевты эҙләй. Ир 31 мартта Мәскәүҙән Өфөгә килгән һәм аэропортта ғәйеп булған.
Ведомство мәғлүмәте буйынса, ир төҫкә 55-66 йәштәрҙә, буйы 176 сантиметр, ҡыҫҡа, сал сәсле, ҡара күҙле. Һоро куртка, джинсы һәм көрән ботинка кейгән булған. Инсульт кисергәндән һуң тотлоғоп һөйләшә.
Хоҡуҡ һаҡсылары ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белгәндәрҙе Өфө районы буйынса полиция бүлегенә мөрәжәғәт итеүҙәрен һорай.
Читайте нас