Бөрөлә өс тораҡ йорт янып киткән

Һуңғы осорҙа көндәр ҡоро тора, янғындар йышайҙы. Һаҡ булығыҙ!

Бөгөн Бөрө ҡалаһының Фрунзе урамында өс йорт янып киткән. Урындағы «Бөрөлә ишетелгән» төркөмө янғындың видеояҙмаһы менән уртаҡлашҡан.
«Фрунзе урамында янғын. Күҙ асып йомғансы ут ике күрше йортто ялмап алды. Янғын һүндереүселәр өлгөрә алмай. Ни бары өс ҡотҡарыусы килгән. Күҙ алдына килтерәһегеҙме?» — тип борсола Бөрөлә йәшәүселәр. Хәбәр ителеүенсә, янғында зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ.
Әлеге минуттарҙа янғын һүндереү эштәре дауам итә.
Читайте нас