«Өләсәһен ауылға илтергә сыҡҡан булған...»

Өфө янында юл фажиғәһендә ике ҡатындың ғүмере өҙөлдө.

Уҙған ялдарҙа Өфө районының Яңы Александровка ауылы янында үлемесле авария теркәлгән. Фажиғә сәбәптәре әле һаман асыҡланмаған, ЮХХДИ идаралығында ла бер ниндәй ҙә хәбәр бирелмәй. Шуныһы ғына билдәле – «Kia Cerato» автомобилендә ике ҡатын һәләк булған.
– Минең әхирәтем Яңы Александровка ауылына өләсәһен алып китеп барған булған. Тик барып етмәгәндәр, икеһе лә һәләк булған, – тип һөйләй Ольга исемле ҡатын.
43 йәшлек Евгенияның ҡыҙы етем ҡалған, ул колледж студенты. «19 йәшлек кенә бала тома етем ҡалды. Хәҙер әсәһе лә, өләсәһе лә юҡ, кем ярҙам итер инде...» – тип ҡайғыра Ольга. Ул ерләү эштәрен ойоштороу һәм ҡыҙға ярҙам итеү өсөн интернет селтәре аша аҡса йыйған. Һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байрам осоронда юл фажиғәләре йыш теркәлә. Водителдәр, һаҡ булығыҙ!
Читайте нас