Ошо көндәрҙә Асҡын районы хакимиәтенә яңы етәксе тәғәйенләнде. Ул — Динис Йосопов, район башлығының социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары. 2017-2021 йылдарҙа Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығының урындағы үҙидара органдары менән эшләү бүлегенең баш кәңәшсеһе була.
«Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан минең алдыма байтаҡ бурыстар ҡуйылды, иң мөһиме – районды яңы юғары үҫеш кимәленә сығарыу. Бының өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын. Ришат Дихин һайлаған курсты дауам итәсәкмен. Ришат минең яҡын дуҫым ине, шуға күрә был минең туранан-тура бурысым. Ул башлаған проекттарҙы тамамлау, идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкмен. Шуларҙың береһе – полилингваль мәктәп төҙөү. Бынан тыш, уҡыуҙа, спортта, ижадта ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар өсөн Ришат Марат улы Дихин исемендәге стипендия булдырыу тураһында ҡарар ҡабул иттем», – тип яҙҙы Динис Йосопов.