“Был байрам тормоштоң мәңге тантана итеүен һынландыра, күңелдә изге хистәр уята, иманды нығыта, йөрәкте шатлыҡ менән тултыра.
Бөгөн бар донъяла коронавирусҡа ҡаршы көрәш дауам итә. Республикабыҙҙың дин әһелдәре үҙҙәренең һәм яҡындарының ғүмере һағында уяу тора, вакцинацияға яуаплы ҡарай. Халыҡ иман йорттарына килгәндә сикләү сараларын теүәл үтәй. Һеҙҙең ярҙам менән мәкерле сирҙе еңеребеҙгә ышанам.
Христиандар республиканың башҡа дини берләшмәләре вәкилдәре менән бергә, аҡыллы, изге эштәр башҡарып, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, үҙ-ара хөрмәттә, туғандарса берҙәмлектә йәшәүгә, рухи тормошобоҙҙо байытыуға, хәйриәлекте үҫтереүгә тос өлөш индерә. Бары тик тыныслыҡ, берҙәмлек кеүек ҡиммәттәргә таянып ҡына беҙ көслө һәм сәскә атыусы республика төҙөй аласаҡбыҙ.
Пасха шатлығы ижади, әхлаҡи яңырыу өсөн яңы көс өҫтәһен, һәр йортҡа йылылыҡ, изге хәбәрҙәр килтерһен.
Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйем. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!”, - тиелә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауында.