Бөгөн совет ғәскәрҙәре Берлинды яулаған көн

Рейхстаг бинаһына беренсе булып Еңеү байрағы ҡаҙаған ҡаһарман һалдаттар араһында Мишкә башҡорто Ғизетдин Заһитовтың да була.

1945 йылдың 30 апрелендә киске сәғәт 11 тула егерме минутта гвардия капитаны Владимир Маков етәкселегендә артиллерия разведчиктары өлкән сержанттар Ғизетдин Заһитов, Александр Лисименко, Алексей Бобров һәм сержант Михаил Минин байраҡты беркетә. Шунда Заһитовтың күкрәгенән дошман пуляһы үтәнән-үтә сыға, әммә ул алышыуын дауам итә.

«Тарихтан белеүебеҙсә, Еңеү байрағын ҡаҙаусылар күп була. Шулай ҙа беҙ яҡташыбыҙҙы беренсе булған тип иҫәпләйбеҙ. Ғизетдин Заһитов һуғышта яраланып ҡайтҡандан һуң тыуған ауылында колхозда эшләй. Әммә оҙаҡ йәшәргә яҙмай, 1953 йылдың йәйендә юл-транспорт фажиғәһендә вафат була», — тип һөйләй Мишкә районы ветерандары советы рәйесе Юлиә Балахнина.

Заһитов Ғизетдин Ҡазыхан улы 1921 йылдың 20 авгусында Мишкә районы Янағош ауылында донъяға килә. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ғизетдин Заһитовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Читайте нас