2020 йылдың конкурс һайлауы буйынса Яңауыл фермерҙары араһында Яңы Уртауылда йәшәгән Эльмир Салихов еңеүсе булды. Әле уның хужалығында йөҙҙән ашыу һыйыр малы бар. Ул проектта эш башлаусы фермер булараҡ ҡатнашҡан. Бирелгән аҡсаға 43 баш симменталь тоҡомло тана һатып алғандар. Әле уларҙың барыһы ла тиерлек быуаҙлаған, тәүлегенә тонна тирәһе һөт һауып алалар.