Юл фажиғәләре - 30 апрель

Кисә республика юлдарында 14 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 16 кеше яраланған.

Иртәнге сәғәт һигеҙҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының К.Маркс урамында 40 йәшлек ир "Volkswagen Polo" машинаһында юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡанда ыңғай барған "Chery QQ" машинаһына һуғылып, ағасҡа барып бәрелгән.
"Volkswagen" водителе үлемесле яраларҙан йән биргән, ә уның ҡатыны дауаханаға эләккән.
Урам видеокамераларынан күренеүенсә, шул мәлдә китеп барған йәйәүле мөғжизә менән генә имен ҡалған.
Тәүлек эсендә 2700-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 60 иҫерек водитель тотолған.
Фото: Д.Ғилметдинов.
Читайте нас