«Бындай походтарҙы яңғыҙ үтеү психологик йәһәттән еңелерәк. Дүрт-биш көн эсендә Урлады тотош буйлап сығырға планлаштырам. Мрашруттың оҙонлоғо өс километрҙан ашыу буласаҡ”, – ти ул.
Сәйәхәтен Урал йылғаһынан башлап, Йылайыр таулығы, Мораҙым тарлауығы, Шүлгәнташ, Оло көньяҡ Урал һуҡмағы, Ирәмәл тауы аша үтергә уйлай.
Сәйәхәткә техник әҙерлек өсөн 500 мең һумға яҡын аҡса сарыф иткән. Юлда тағы ла сығымдар талап ителеп, Урал тауҙарын яулау 1 млн һумға төшөр тип күҙаллай Олег Чегодаев.
Сәйәхәт тураһында фото-, видеоматериалдарҙы сәйәхәтсе бөтә социаль селтәрҙәргә ҡуйып барырға йыйына. Һуңынан иһә уның хаҡында күп сериялы фильм төшөрөргә ла уйлай.