Эсәһегеҙ икән, авто асҡысын үҙегеҙҙән дә йәшерегеҙ!

Бөрө ҡалаһында йәшәгән ир өйөндә 22 йәшлек танышы менән бергә эсеп кәйефләнгәс, ятып йоҡлап киткән. Ә танышы, ныҡ иҫерек булыуына ҡарамаҫтан, хужаның "Ниссан Альмера" машинаһын ҡыуып алып ҡасҡан.

Ҡала буйлап кеше машинаһында йөрөгән сағында бер нисә автомобилгә барып һуғылып, ҙур ғына зыян килтергән.
Ярай ҙа кешеләрҙе төрттөрөп, тапамаған...
Был 22 йәшлек егет ошоға тиклем дә әллә нисә тапҡыр закон боҙоп, хөкөм ителгән булған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас