Иртән сәғәт һигеҙҙә Салауат ҡалаһының Губкин урамында дүрт автомобиль бәрелешә.
Әлегә билдәле булыуынса, тәүҙә ыңғай барған "Тoyota CH-R" менән "Nissan Note" бәрелешә (тәүгеһе менән 48 йәшлек ҡатын идара иткән, икенсеһе менән - 43 йәшлек ҡатын).
Бәрелгәндән һуң "Toyota" юлдың ҡаршы һыҙатына килеп сығып, ҡаршы килгән "Ford Explorer"ға һәм "ВАЗ-2105" машинаһына һуғыла.
Аварияла "ВАЗ"дың 24 йәшлек водителе һәм уның пассажиры - ете йәшлек бала йәрәхәтләнә.
Тәүлек эсендә 2240-тан ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 24 иҫерек водитель тотолған, урланған автомобиль эҙләп табылған.