Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Апрель 2021, 06:25

Ураҙҙар үҙ һүҙендә ҡала

Учалы районының Ураҙ ауылында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһын сәнәғәт ере категорияһына күсереү буйынса күмәк тыңлауҙар үтте.

Алтын табыу менән шөғөлләнгән "Альтинвест" йәмғиәте тағы ла ауыл халҡы менән һөйләшеп килешергә тырышты.
Әммә ураҙҙар үҙ фекерен үҙгәртмәй, күмәк тыңлауҙарҙа, ер участкаһының категорияһын үҙгәртеүгә ҡаршыбыҙ, тигән ҡарар ҡабул итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:"Альтинвест" йәмғиәте 2009 йылдан бирле Ураҙ ауылы янында ике ерҙә ҡаҙыу эштәрен алып барҙы.
Уның тарафынан тәбиғәтте һаҡлау буйынса закондар боҙолоп, федераль органдарға ғына буйһонған йәмғиәткә ҡарата район ошоғаса бер нисек тә йоғонто яһай алмағайны.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас