Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә Өфөнөң Азатлыҡ урамында “НефАЗ” пассажир автобусына ут ҡаба, тип хәбәр итәләр РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан.
Ваҡиға урынына шунда уҡ ҡотҡарыусылар бара. Улар янғынды тулыһынса һүндерә. Йәрәхәтләнеүсе һәм үлеүселәр юҡ.
Әле транспорттың ни сәбәптән янып китеүе асыҡлана.