✔ Муйыл сәскә атһа, көн һалҡынайыуын көт.
✔ Болот юлланып торһа, ямғырға.
✔ Ямғыр яуһа, ергә май.
✔ Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.
✔ Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.
✔Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.
✔Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.
✔Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.
Торна бейеһә, һауа йылыныр.
Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.