Унда юл һалыуҙа һалҡын ресайклинг технологияһы ҡулланыла. Был алым булған асфальт-бетон юл япмаһы менән уның аҫтында ятҡан ҡатламды ҡатыштырыусы материалдар ҡушып, бутау һәм ваҡлауҙан ғибәрәт. Йәғни юлдағы грунтты ресайклер менән эшкәртәләр, шунан был массаны иҙеп, нығытып, йәйеп, яңы бетон япмаһы барлыҡҡа килтерәләр һәм өҫтөнә ике ҡат асфальт-бетон йәйәләр.