Был турала БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан Эдуард Иҙрисов бөгөнгө брифингта хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, йыл башынан янғында 107 кеше һәләк булған. Һуңғы тәүлектә 88 янғын теркәлгән, шул иҫәптән 19 осраҡта ҡоро үләнгә ут тоҡанған. Ҡоро үлән кешенең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы һөҙөмтәһендә яна.
Сүп-сар яғыу ҡағиҙәһен боҙған өсөн 872 кеше яуапҡа тарттырылған.
Ут менән, зинһар, һаҡ булығыҙ, дуҫтар!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.