Был хаҡта артист үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән.
Бөтәһе лә, һин ҡайҙан шундай энергия туплайһың, тип һорай. Ә мин ҡояш һәм беҙҙең ерҙең энергетикаһынан көс алам,– тип яҙған ул.
Әйкәндәй, видеояҙма Баймаҡ ерендә төшөрөлгән.
Был видеояҙма аҫтында Заһир Зәйнетдин Хоҙай Тәғәләнең халыҡтарға ер өләшеүе тураһындағы риүәйәтте лә бәйән иткән:
“Бар халыҡҡа Хоҙай ер билдәләгәндә башҡорттар һуңлап барған. Уларҙан ни өсөн һуңлап килеүҙәрен һорағас:
- Беҙ тирә-яҡтың хозурлығы менән һоҡландыҡ. Шуға ла ҡабаланмай килдек. Үткенселәрҙе ҡаршылап, һый-хөрмәт менән оҙаттыҡ, – тигәндәр.
Хоҙай Тәғәлә шул ваҡыт уйланып торған да, ҡунаҡсыл халыҡҡа шәп бүләк яһаған. Үҙе өсөн ҡалдырған ерҙең өлөшөн биргән.
Шунан былай тип иҫкәрткән:
-Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һеҙгә тәғәйенләнгән ер бик үҙенсәлекле. Ул матур ҙа, бер ни менән дә сағыштырырлыҡ та түгел. Бында тау-ташлы ерҙәр ҙә, болон-яландар, далалар ҙа бар. Ерҙәге бар халыҡ был урын менән һәр ваҡыт һоҡланасаҡ. Үҙ ерегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм бәхетле булығыҙ!”