Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апреля 2021, 16:01

Юл фажиғәләре - 28 апрель

Кисә Башҡортостан юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, туғыҙ кеше яраланған.

Иртәнге сәғәт унынсыла Өфө районының Чесноковка ауылында 24 йәшлек егет идара иткән "Nissan Juke" менән Шаран районынан 67 йәшлек ир идара иткән "Nissan Qashqai" машиналары бәрелешкән.
Ике водитель дә, "Qashqai"ҙың пассажиры ла ауыр яраланып, дауаханаға эләккән.

Тәүлек эсендә 2300-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 28 иҫерек водитель тотолған.
Фото: Д.Ғилметдинов.
Читайте нас