Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апрель 2021, 01:54

Тарих – радио тулҡындарында

Радио – көндәлек тормошто сағылдырыусы матбуғат сараһы ғына түгел, үткәндәрҙе бөгөнгөгә бәйләр, быуындар бәйләнешен тәьмин иткән ҙур донъя ла.

«Юлдаш» радиоһының Башҡортостан радиоһынан мираҫ булып ҡалған һәм һуңғы 20 йылда тос ҡына тулыланған “алтын” фондында бөгөн 39 меңгә яҡын әҙәби әҫәр – радиоспектакль, постановка, әҙәби тапшырыу, 8 мең тирәһе йыр-көй һаҡлана. Әҙәбиәт, сәнғәт оҫталарының, сәйәсмәндәр, заман­дың алдынғы шәхестәренең тауыштарын яҙҙырып, беҙ уларға мәңгелек һәйкәл һалып ҡалдырабыҙ.
Тарихҡа күҙ һалғанда, фонд өсөн спектаклдәр, әҙәби әҫәрҙәр, башҡорт халыҡ йырҙары магнит таҫмаларына үткән быуаттың 50-се йылдарында яҙыла башлай. Ошо ҡомартҡыларҙы тыңлаусы күңеленә зауыҡлы итеп еткергән артистарыбыҙҙың күбеһе хәҙер беҙҙең арала юҡ, әммә ижадтары аша улар һәр тыңлаусы хәтерендә йәшәй.
Радио фондында ҡәҙерле ҡомартҡылар – мәшһүр шәхестәр, XX быуаттың күренекле актер­ҙары А. Мөбәрәков, Х. Ҡудашев, Р. Сыртланов, И. Дилмөхәмәтов, Р. Янбулатова, З. Атнабаева, Г. Мөбәрәкова уйнаған постановка, инсценировкалар һәм улар уҡыған әҙәби әҫәрҙәр, Р. Ниғмәти, Ҡ. Даян, Р. Ға­рипов, Ә. Шайморатова, М. Сәлиғәсҡәрова, М. Хисмәтуллин һәм башҡаларҙың тауышын һаҡлаған яҙмалар, бихисап башҡорт әҙибе әҫәрҙәренән тыш, төрлө халыҡтың ижад өлгөләре – А. Пушкин, А. Чехов, А. Толстой, Р. Ғамзатов, С. Айытматов, Ғ. Туҡайҙың һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре һаҡлана.
Тап ошо фонд материалдарына таянып, республиканың 100 йыллығына радио хеҙмәткәрҙәре 100 шағирҙың шиғырҙары тупланған альманах сығарҙы. Ул халыҡ тарафынан бик йылы ҡабул ителде. 2010 йылда фонд менән туранан-тура эшләүсе «Ашҡаҙар» радиоһы булдырылды.
Үткәнен белмәгәндең киләсәге юҡ, ти халыҡ. «Юлдаш» радио фондында башҡорт әҙәбиәтенең һәм йыр сәнғәтенең үлемһеҙ өлгөләре ҡәҙерләп һаҡлана. Сөнки халыҡтың ҡабатланмаҫ ижади әҫәрҙәрен, йыр-моң ҡомартҡыларын ҡәҙерләп йыйыу, уны тыңлаусы күңеленә еткереү, булған хазинабыҙ менән уртаҡлашыу – беҙҙең төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе.
Читайте нас