Майҙа пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр графикка ярашлы, 3 майҙан таратыла.
Яҡынлашып килгән байрам көнө – 9 май өсөн аҡса 6, 7 һәм 8 майҙа бирелә. Байрам һәм ял көндәре өсөн таратыу датаһы апрель пенсияһы квитанцияһында күрһәтелгән.
Банкка аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта, 12 майҙан башлап күсерелә.
Бөгөнгә апрель өсөн пенсия һәм башҡа социаль түләү ваҡытында һәм тулы күләмдә таратылған.