+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апрель 2021, 04:10
Өфөлә яңы аллея барлыҡҡа киләсәк
Бөгөн сәғәт 12-лә баш ҡаланың Тиҙ ярҙам подстанцияһы биләмәһендә #БеҙБергә аллеяһы ултыртыласаҡ. Ул COVID-19-ға ҡаршы көрәшкә өлөш индереүселәргә арнала.
Был акция Тиҙ медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләү уңайынан үткәрелә.
#БеҙБергә #МыВместе клубына берләшеүселәр 30 үҫентенән (ҡайын һәм шыршы) торған аллея ултыртасаҡ. Ул Батыр урамы, 39/1-се йорт янында буласаҡ.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, ағастар килер быуындарға һаулыҡтың ҡиммәтен иҫкә төшөрөп торасаҡ.
Был сара "Мәғариф" һәм "Экология" милли проекттары буйынса ҡуйылған маҡсаттарға тап килә.
Фото: БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"